Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы үткән йылғы эшмәкәрлек йомғаҡтарын иғлан итте. Былтыр юлдарҙа 40 мең 383 авария теркәлгән. Уларҙа 549 кешенең ғүмере өҙөлгән. 26 ҡала һәм районда юл фажиғәләрендә һәләк булыусыларҙың артыуы күҙәтелә. Айырыуса Сибай һәм Октябрьский ҡалаларында, Мишкә, Ҡариҙел, Федоровка, Балаҡатай, Мәләүез һәм Илеш райондарында үлемесле автоавариялар артҡан. Ҡаршы яҡ юлға сығыу, тиҙлекте арттырыу, светофор сигналын инҡар итеү юл-транспорт фажиғәләренең төп сәбәптәре булып ҡала.
ЮХХДИ үткән йылғы эшмәкәрлек йомғаҡтарын иғлан итте
Тулыраҡ: ЮХХДИ үткән йылғы эшмәкәрлек йомғаҡтарын иғлан итте