Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн водителдәргә мөрәжәғәт итеп юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы. Иртән яуған ҡар Өфөлә ҙур тығындарға килтерҙе. Авариялар ҡапыл артты. Өфө районында Дэу Джентра һәм йөк машинаһы бәрелеште. Дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көнө буйы ҡар яуыуы күҙаллана. Буран сығыуы ихтимал.
ЮХХДИ юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы
Тулыраҡ: ЮХХДИ юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы