Хеҙмәт өлкәһенең киләсәге

Тулыраҡ: Хеҙмәт өлкәһенең киләсәге

Бөгөн Торатау конгресс-холында ошо исем аҫтында халыҡ-ара форум үтә. Сара халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының йөҙ йыллығына һәм Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейына арналған. Уның маҡсаты- хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу. Ҡатнашыусыларҙы башҡорт ерендә сәләмләп, республика етәксеһе Радий Хәбиров сығыш яһаны. Форум юҡҡа ғына Башҡортосанда үтмәй, төбәктең заман менән бергә атлауын һәм күптән Рәсәйҙең сәнәғәт, аграр, медицина, ғилми, мәғариф һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе булыуын билдәләне, республика етәксеһе. Шулай уҡ, Радий Фәрит улы республикала мотлаҡ медицина страховкалау тураһындағы законға үҙгәрештәр индерергә тәҡдим әҙерләнеүе хаҡында хәбәр итте. Бөгөнгө көндә төбәктә ҙур ойошмалар менән берлектә эшселәргә медицина тикшеренеүе үткәреү буйынса әүҙем эш алып барыла. Форумда ҡатнашыусылар ҙа Башҡортостанда хеҙмәт өлкәһенә ныҡлы иғтибар бирелеүен билдәләп үтте.