Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух

Тулыраҡ: Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух

Кушнаренко районы Тарабирҙе ауылында йәшәүсе пенсионерҙар саңғыға баҫҡан. Өлкән саңғысылар һаны көн дә арта, хатта яҡын тирәләге ауылдарҙан да килә башлағандар. Зилирә Басырова Тарабирҙе ауылында 40 йылдан ашыу йәшәй. Йәшерәк саҡта йорт мәшәҡәттәре, балалар үҫтерһәк, хәҙер буш ваҡытыбыҙҙы спорт менән шөғөлләнеп үткәрәбеҙ, ти. Зөлфиә Ҡадырова иһә хаҡлы ялға сыҡҡас, ғаиләһе менән Себер тарафтарынан ҡайтып ауылда төпләнә. Ауылда йәшәүселәрҙең спорт менән әүҙем шөғөлләнеүе Ҡадыровтарға тағы ла дәрт өҫтәй һәм хәҙер улар бер көндө лә ҡалдырмай күршеләре менән урманға саңғы шыуырға сығалар. Тарабирҙе ауылы башҡаланан йыраҡ түгел, шуға ла күп ғаиләләр ситтән ҡайтып төпләнгәндәр. Пенсионерҙар үҙ-ара саңғы ярыштарын да ойошторалар. Бер-беребеҙ менән яҡындан танышып аралашыу сараһы, ти улар. Саңғысылар өсөн оҫта тренер булғанда буран да, сатлама һыуыҡ та ҡурҡыныс түгел. Ауылдаштарына 6 км-лыҡ саңғы юлын Фәнүз Ғәбдуллин һалған. Фәнүз Хисмәтулла улы 30 йылдан ашыу Нижневартовскиҙа йәшәй. Хаҡлы ялға сыҡҡас туғандар янына тыуған яғына әйләнеп ҡайталар. Спортсы иң беренсе эргәләге ҡайынлыҡта саңғы юлын эшләргә була.Саңғы юлын эшләр өсөн Фәнүз ағай ошондай ҡоролма төҙөй. Ике төрлө төҙөлөш. Быныһы менән тигеҙләп сыға, быныһы иһә саңғы юлын һала.Оҫта үҙе белдереүенсә, был саңғы шыуыр өсөн ябай трасса. Саңғысының почетлы мөйөшө лә бар, ярыштарҙа еңеү яулаған миҙалдарын һанап бөткөһөҙ. 65 йәшлек уҙаман әле ветерандар араһында үтәсәк саңғысылар бәйгеһенә әҙерләнә. Саңғы трассаһында олоһо ла, кесеһе лә йөрөй. Бында мәктәп уҡыусылары , шулай уҡ күрше ауылдарҙан да киләләр. Фәнүз Ғәбдуллин ниндәй генә һауа торошо булмаһын, һәр ваҡыт саңғы юлын тигеҙләп тора.