Рәсәйҙең тәфтиш комитеты аталы-уллы Арашуковтарға ҡарата асылған енәйәт эше сиктәрендә Рәүеф Арашуковтың йортонда тентеү үткәрҙе. Ҡарасәй-Черкес республикаһы сенаторы үткән аҙнала Федерация Советы ултырышында ҡулға алынғайны. Ул бер-нисә енәйәт ҡылыуҙа шикләнә. Рәүеф Арашуков ҡулға алынды. Уның атаһы ойошҡан енәйәтсел төркөм төҙөүҙә һәм 30 миллиард һумға газ урлауҙа ғәйепләнә.
Америкала ҡаты һыуыҡта 12 кеше һәләк булған. Айырым штаттарҙа 50 градусҡаса һыуытҡан. Чикагола хәл айырыуса ауыр, тип хәбәр ителә. Ҡушма Штаттар президенты һыуыҡтарға ҡаршы глобаль йылытыу менән көрәшергә мөмкин тип белдергән.
Мәскәүҙә ҡыйыҡты ҡарҙан таҙартҡанда коммуналь хеҙмәткәр осоп төшкән. Ҡолаған иргә иптәштәре ярҙамға килгән. Улар тиҙ ярҙам машинаһын саҡыртҡан.
Һиндостандың Бихар штатында тиҙ йөрөшлө поездың 11 вагоны рельстан сыҡҡан. Ете кеше һәләк булған, егерме дүрте йәрәхәтләнгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, тимер юлы станцияһында рельс һыныу ошондай ҙур фажиғәгә алып килгән.