Бөгөн “Торатау” Конгресс-холында Коминтерн ойошмаһының барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығына бағышлап халыҡ-ара конференция үтә. Был сара юҡҡа ғына Өфөлә ойошторолмаған. 1941-1943-се йылдарҙа Коминтерндың башҡарма комитеты тап Өфөгә эвакуациялана. Конференцияға Мәскәү, Санкт-Петербург, Бөйөк Британия һәм Франциянан ҡатнашыусылар килгән. “Рәсәй” каналының алып барыусыһы Сергей Брилев конференцияла "Разведка. Нелегалы Наоборот" тип аталған китабы менән таныштырҙы. Коминтерндың Кушнаренко разведка мәктәбе тормошон ғалимдар өйрәнә һәм уникаль документтарға юлыға. Башҡортостандың Милли музейында һаҡланған әйберҙәр-тарихи ҡомартҡы. Ваҡытында улар Коммунистик интернационалдың башҡарма комитеты ағзаларыныҡы булған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Коминтерн исемендәге радиостанция Өфөлә эшләй башлай. 1943-сө йылға тиклем ул Европаға бер-нисә телдә тапшырыуҙар алып бара. Тап ошо радио аша үҙ халҡына билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре булып киткән Долорес Ибаррури, Морис Торез, Пальмиро Тольятти мөрәжәғәт итә. Агитациянан тыш, бында разведчиктар әҙерләү менән дә шөғөлләнәләр. Уларҙың исемдәре ошо китапта яҙылған. Баҫманың авторы — Германияның элекке шымсыһы. Ғалим Марат Мәрҙәнов китаптағы исемдәрҙең Кушнаренко разведчиктар мәктәбе курсанттары исемдәре менән тап килеүен асыҡлаған. Белгестәр уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙың документтары һәм фоторәссемдәрен дә тапҡан. Кушнаренкола әҙерлек үткән Франсин Фромон Парижды азат итеүгә 10 көн ҡалғас атып үлтерелә. Уның яҙмышын билдәле журналист Сергей Брилев өйрәнгән. Ул Совет һәм Бөйөк Британия разведкаларына һәм Кушнаренко разведчиктар мәктәбенә арнап китап яҙған. Быға тиклем билдәле булмаған мәғлүмәттәрҙе Башҡортостан эҙәрмәндәре лә еткерә. Улар Испаниянан килгән һәм Кушнаренкола уҡыған разведчиктарҙы асыҡлаған. Ғалимдар билдәләүенсә, Коминтерн эшмәкәрлеге тураһында тулыһынса мәғлүмәтте еткереп булмай. Сөнки, уларҙың ҡайһы берҙәренә әле һаман да сер мөһөрө һуғылған.
Коминтерн ойошмаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл
Тулыраҡ: Коминтерн ойошмаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл