Бушлай приставка

Тулыраҡ: Бушлай приставка

Федераль маҡсатлы программаға ярашлы, Башҡортостан цифралы телевидениеға күсә. Ошо уңайҙан республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса айырым ҡатлам граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Был исемлектә 120 меңдән ашыу кеше — пенсияһына өҫтәмә түләүҙәр алған хаҡлы ялдағылар һәм балаға пособие алған әҙ тәьмин ителгән ғаиләләр. Улар өсөн цифралы телевидениены ҡарарға мөмкинлек биргән приставка алыу һәм уны телевизорға тоташтырып, көйләү бушлай буласаҡ. Ә цифралы сигнал барып етмәгән урындарҙа йәшәүселәрҙең дә, шулай уҡ, бушлай юлдаш тәрилкәһе аша мультиплексҡа ингән 20 каналды ҡарау мөмкинлеге була. Компенсация алыр өсөн граждандарға кәрәкле документтарҙы йыйып, республиканың халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә ебәрергә кәрәк. Был эштә халыҡҡа урындағы властар ҙа ярҙам күрһәтәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, аналалог телевидениеһы быйыл 3 июндә эшен туҡтата һәм төбәктә цифралы телевидение дәүере башлана. Мультиплекс аша 20 каналды юғары сифатта бушлай ҡарау мөмкинлеге буласаҡ. Шул иҫәптән, Рәсәй-Башҡортостан каналын да.