Бөгөн Туймазы районында фажиғәле авария теркәлде

Тулыраҡ: Бөгөн Туймазы районында фажиғәле авария теркәлде

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 3 кеше ваҡиға урынында һәләк булған, 2-һе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. Йылдың тәүге яртыһында Өфөлә генә 28 кеше юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булған, 1 меңдән ашыуы төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, иң күп авария кесаҙна һәм йома көндәре эш ваҡыты аҙағына ҡарай, 4 менән 6 тирәһендә теркәлгән. Белгестәр аңлатыуынса, эштән арыған кешенең иғтибары кәмей. Шулай уҡ иҫерек килеш руль артына ултырып авария ойоштороу осраҡтары артҡан.