Республикала экотехнопарк ойошторола

Тулыраҡ: Республикала экотехнопарк ойошторола

Сеймалдан яғыулыҡ эшләнәсәк һәм уны газ урынына ҡулланырға мөмкин. Төбәк операторҙарына фәнни яҡтан Өфө дәүләт нефть-техник университетының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалы ярҙам итәсәк. Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында йәшәүсе Гөлдәр Аҙнаева аҙнаһына 2 ҡап сүп йыйыла, ти. 5 кешенән торған ғаилә әле хаҡтарҙы аныҡ ҡына белеп етмәй, февраль башында киләсәк түләү квитанцияһын көтә улар. Ауылда сүп-сарҙы махсус техника аҙнаһына бер тапҡыр йыйып сыға. Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ бер кеше өсөн 70 һум, ә ауыл халҡына 35 һумдан билдәләнгән. Ҡайһы бер граждандарға иһә ташламалар ҡаралған. Сүп-сар реформаһы ғөмүмән ташландыҡ сүплектәрҙең һанын кәметер, тип күҙаллана. Республикала ғына һуңғы ике йылда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары 3 меңгә яҡын ташландыҡ сүплек барлығын асыҡлаған. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары әлегә тиклем бер тапҡыр ҙа йыйылмаған йыраҡ ауылдарҙан да сығарыла, тип билдәләй Урал аръяғы һәм республиканың көнъяҡ райондары буйынса төбәк операторҙары. Шуға ла хәҙер Ишимбай районындағы сүп-сарҙы сорттарға бүлеү комплексының эше ике тапҡырға артҡан. Сеймалдың яртыһынан ашыуы эшкәртелә, 30 проценты иһә полигондарға ебәрелә. Сүп-сар 32 урынға сортланып бүленә. Эшселәр бер урынға полиэтилен ҡаптарын, икенсеһенә быяла, артабан тимер, пластик банкаларҙы ташлай. Әлегә комплекс тәүлегенә 130 тонна тирәһе сеймал эшкәртә.Төбәк операторҙары алдында сеймалды эшкәртеү планы тора һәм ошо йәһәттән экотехнопарк ойоштороу ҡаралған. Яңы технологиялар өҫтөндә Өфө дәүләт нефть-техник университетының Стәрлетамаҡтағы филиалы ла эшләйәсәк. Университетта киләсәктә айырым кафедра асыласаҡ. Яңы технопарк өсөн кадрҙар әҙерләнәсәк һәм фәнни эштәр алып бараласаҡ.