Башҡортостанда грипп менән сирләүселәр артҡан

Тулыраҡ: Башҡортостанда грипп менән сирләүселәр артҡан

Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәр артҡан. Уҙған аҙнала табиптарға 26 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың күбеһе – балалар. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, республикала бер аҙнала ОРВИ менән сирләүселәр 20 процентҡа артҡан, ауырыу кимәле эпидемия сигенән 28 процентҡа юғары. Белгестәр әйтеүенсә, әлегә мәктәптәрҙә карантин индерелмәгән. Шулай ҙа, Мәғариф министрлығы хәлде контролдә тота. Әгәр ҙә класта уҡыусыларҙың 20 проценты сирләһә, шунда уҡ уҡыу туҡтатыла.