Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америкалағы күп кенә эксперттар Дональд Трамптың урта һәм ҡыҫҡа араға осоусы ракеталарҙы юҡ итеү тураһындағы килешеүҙән сығыуы Рәсәй өсөн бик уңай тип белдерә. Владимир Путин Американың был аҙымынына лайыҡлы яуап буласаҡ, тине һәм Рәсәйҙең килешеүҙә ҡатнашыуын туҡтатты. Яҡтар бер-береһен шарттарҙы үтәмәүҙә ғәйепләй. Белгестәр фекеренсә, килешеүҙән сығыу ер шары өсөн хәүефле.

Сомали башҡалаһы Могадишта шартлауҙа кәм тигәндә 9 кеше һәләк булған. Райондың кеше күпләп йөрөгән районында автомобилгә ҡуйылған бомба шартлай. Һөҙөмтәлә эргәләге йорт емерелгән.

Калифорнияла ике моторлы Цесна самолеты ике ҡатлыҡ йорт өҫтөнә ҡолаған. 5 кеше һәләк булған. Самолет муниципаль аэропорттан һауаға күтәрелгәс тә аварияға тарый. Фажиғә сәбәбе билдәле түгел.

Австралияла көслө ямғыр яуған. Ике меңләп йорт һыу аҫтында ҡалған. Ҡотҡарыусылар тағы ла 20 мең йортто һыу баҫыуы ихтимал, тип иҫкәртә. Меңләгән кеше имен урындарға күсерелгән. Урындағы хакимиәттәр Росс йылғаһындағы дамбаны асҡан һәм крокодилдарҙан һаҡланыу өсөн халыҡҡа йылғаға яҡын бармаҫҡа ҡушҡан.