Мәсьәлә хәл ителгән. Ошо хаҡта республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин белдерҙе. Мәктәп белеменең беренсе форумында Радий Хәбиров тәҡдим иткән яңы алымдарҙың ҡалғандары буйынса әле ҡыҙыу фекер алышыуҙар бара. Башҡаланың 45-се мәктәбе үткән йылдың беренсе сентябренән үк биш көнлөк уҡыу аҙнаһын ҡуллана. Беренсенән һигеҙенсегә тиклем кластар шәмбе ял итә. Шәмбе көнөн тиҫтерҙәре менән аралашыуға, спорт ярыштарында ҡатнашыуға, мәҙәни программалар ойоштороуға арнау тәҡдимен дә ата-әсә хуплап ҡаршы ала. Мәктәпкә тәрбиә бурысын ҡайтарыу йәһәтенән был отошло ғәмәл, ти иҫәпләйҙәр. Ҡала мәктәптәре менән ауылдыҡын сағыштырғанда баһалау нигеҙе төрлө. Балаларҙың белем кимәле, олимпиадаларҙа ҡатнашыуы һәм уңышлы сығыш яһауы, педагогтарҙың эш һөҙөмтәһе һәм һөнәри оҫталыҡ бәйгеләрендә еңеүе кеүек талаптар уртаҡ икән, уҡыусылар һаны аҙ, айырым фән уҡытыусыларына ҡытлыҡ кисергән шарттарҙа уҡығандарҙың мәнфәғәттәрен сикләмәҫкә тейеш. Республика етәксеһе тәҡдим иткән “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы ла гранттар системаһына нигеҙләнә. Йәш белгестәргә ауылда эшләр шарттар исемлегендә торлаҡ мәсьәләһе хәл иткес. 600 мең һумлыҡ грант йорт комплектын күҙ уңында тота. Уны һалыр ер участкаһын, коммуналь хеҙмәттәргә ташламалар биреү кеүек бурыстар тураһында килешеүҙәр кәрәк. Бынан тыш, йәштәрҙе өлкән хеҙмәттәштәренең тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге борсой. Шәхси тәжрибә уртаҡлашыу ысулын әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алған сит ил студенттары ла ҡуллана. Үткән йәй улар дауаханаларҙа ғәмәли күнегеүҙәр барышында бер ыңғай мәктәп һәм колледж уҡыусылары өсөн инглиз телендә аралашыу даирәһен ойошторған. Был иһә Радий Хәбиров тәҡдим иткән инглиз телен өйрәнеү маҡсатын бойомға ашырыуҙың үҙенсәлекле ысулы. Әле тик медицина университетында ғына мең ярымдан ашыу сит ил студенты белем ала. Мәктәп уҡыусыларын йәйге ял осоронда улар инглизсә аралашыу мөхитенә саҡыра. “Осош” программаһы тәҡдим иткән эш йүнәлештәренең һәр ҡайһыһы буйынса етди ҡарарҙар әҙерләнә. Мәғариф министрлығында төҙөлгән эшсе төркөм уларҙы урындағы мәғариф идаралыҡтары, мәктәп директорҙары һәм ата-әсә йәмәғәт ойошмалары менән берлектә ҡабул итәсәк. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар бар яңылыҡтарҙы яңы уҡыу йылынан көтә.
Башҡортостан мәктәптәре беренсе апрелдән биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсә
Тулыраҡ: Башҡортостан мәктәптәре беренсе апрелдән биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсә