Бөгөн беренсе төркөм Ишембайҙағы пульмонология санаторийына юлға сыҡты. Бында төтәп ятҡан карьерға яҡын йәшәгән 50 бала сәләмәтлеген нығытасаҡ. Сибай хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, балаларын Ҡырым һәм Башҡортостан шифаханаларына оҙатырға теләгән ата-әсәләрҙән ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Ярымутрауҙың сәләмәтлек үҙәктәре 500 кешене ҡабул итергә әҙер. Мәғлүмәттәр буйынса, 250 бала ингән төркөм февраль аҙаҡтарында Ҡара диңгеҙ буйына юлланасаҡ. Улар чертер менән Магнитогорск ҡалаһынан оса. Исемлек медицина тикшереүе буйынса төҙөлә.
Сибайҙа балаларҙы шифаханаларға оҙатыу башланды
Тулыраҡ: Сибайҙа балаларҙы шифаханаларға оҙатыу башланды