Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҙур проект башланы

Тулыраҡ: Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҙур проект башланы

Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшереү институты табиптары күҙ ауырыуҙары менән яфаланыусыларға бушлай операция эшләйәсәк.Табиптар Малаяҙ һәм Бәләбәйҙә булып ҡайҡан, әлеге ваҡытта улар Стәрлетамаҡ ҡалаһында халыҡты ҡабул итә. Операция ваҡыты ни бары 10-15 минут. Бының өсөн пациент офтальмологтан кәрәкле ҡағыҙ алып килергә тейеш. Өфө табиптары көнөнә яҡынса 25 кешегә операция эшләй. Акция апрелгә тиклем дауам итә.