Өфө күҙ ауырыуҙарын лазер ярҙамында дауалай башланылар

Тулыраҡ: Өфө күҙ ауырыуҙарын лазер ярҙамында дауалай башланылар

Республика халҡына хәҙер урында сифатлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге бар. Заман офтальмологияһы яңынан-яңы асыштар яһай. Мәҫәлән, был заманса оптикалы тамограф. Ул бер-нисә секунд эсендә күҙ төбө ҡатламының ауырыуҙарын асыҡларға ярҙам итә. Был табиптарға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә пациентҡа дөрөҫ диагноз ҡуйыу мөмкинлеге бирә. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми тикшеренеү институты белгестәре махсус аппараттар, ҡулайлы алымдар менән комплекслы диагностика үткәреп, күҙҙәрҙең торошон ҡарай һәм кәрәкле дауалау ысулдарын билдәләй.Диагностика үткән пациенттар лазер бүлегенә йүнәлтелә. Тәжрибәле табиптар заманса йыһазландырылған кабинеттарҙа йылына 5 меңдән ашыу кешене дауалай. Асылда иһә күреү һәләтендәге байтаҡ етешһеҙлекте яйға һалырға, дауаларға мөмкин. Был йәһәттән замана ҡорамалдары ярҙамға килә. 3 тулҡынлы лазерлы аппарат пациентты күсермәйенсә күҙҙең төрлө өлөштәре менән эшләү мөмкинлеге бирә. Был пациентҡа ла, табип өсөн дә уңайлы. Нефтекамала йәшәүсе Әлфинә Әлтәф ҡыҙы авариянан һуң насар күрә башлай. Ул институтҡа мөрәжәғәт итеп күҙҙәрен даими дауалап тора. Күптән түгел генә күреү һәләтен кире ҡайтарыу хыял ғына ине. Хәҙер инде офтальмологияла лазер технологияларын ҡулланыу ҙур мөмкинлектәр асты.