Беҙҙең хәбәрсебеҙҙәң эше юғары баһаланды

Тулыраҡ: Беҙҙең хәбәрсебеҙҙәң эше юғары баһаланды

Һарытауҙа Бөтә Рәсәй телевизион фильмдар һәм тапшырыуҙар конкурсында беҙҙең телеканалдың хәбәрсеһе Юлиә Ниғмәтуллинаның эше юғары баһа алды. Психологик тренингтар ҡорбандары тураһындағы репортаж иң яҡшы журналист тикшереүе тип танылған. Шулай уҡ, был эш юғары һөнәри оҫталыҡ, әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм төбәк журналистикаһын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергәне өсөн махсус приз менән дә бүләкләнә.