1919 йылда коммунистар партияларын берләштереүсе халыҡ-ара ойошма ойошторола. Коминтерндың эшмәкәрлеге 1943 йылға тиклем дауам итә. 1941-43 йылдарҙа Коминтерндың башҡарма комитеты Өфөгә эвакуациалана. Быйыл ойошманың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл. Рәсәй каналы журналисы, тарихсы Сергей Брилев һәм Мәскәү, Санкт-Петербург, Бөйөк Британия, Франция ғалимдары башҡалала коминтерн ойошмаһы эшләгән, разведчиктарҙың уҡыған һәм йәшәгән урындары менән танышты.
Кушнаренко ауылының ҡалҡыу урынындағы был йорт барыһына ла билдәле. Ул 19-сы быуаттар башында Топорнин ғаиләһе өсөн төҙөлгән. Һуңынан унда сауҙагәр йәшәгән, тирә яҡҡа билдәле виноград сортын сығарыу үҙәге лә урынлашҡан, революциянан һуң балалар йорто, ә 1941 йылда был йортта коминтерн разведчиктары уҡый һәм эргәләге йортта йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда был йорт сер итеп һаҡлана, бында бер кемде лә индермәгәндәр, ауыл халҡы ла йәшәгән кешеләрҙе белмәгән.
Бөтә мәғлүмәт бөртөкләп йыйыла. Тележурналист, тарихсы Сергей Брилев Мәскәү, Санкт-Петербург, Бөйөк Британия һәм Франция ғалимдары менән коминтерн разведчиктарының уҡыған һәм йәшәгән бинаһын ҡарап сыҡты. Рәсәй тележурналисы һәм сит ил ғалимдары Кушнаренко ауылында коминтерн ойошмаһы менән бәйле бар мәғлүмәт менән танышты. Кушнаренко ауылындағы бөтә тарихи факттар Топорнин йорто менән башлана. Сөнки тап дворяндарҙың был ергә күсеп килеүе райондың барлыҡҡа килеүенә бәйле. Разведчиктарҙың был йортта уҡыуы һәм йәшәүе лә күҙ уңында тотола, әммә музей хеҙмәткәрҙәренә мәғлүмәттәрҙе туплауы еңелдән булмай. Коминтерн тарихы барыһы өсөн дә йәшерен мәғлүмәт. Шулай ҙа ҡайһы берҙәренең фотоһүрәттәре урын алған. Музейҙа Гийом Буржуа үҙенең яҡташының фотоһын күреп, Кушнаренкола әҙерлек үткән Франсин Фромон Францияла билдәле шәхес икәнен әйтеп китте. Билдәле разведчик Маркус Вольф та Кушнаренколағы коминтерн мәктәбендә уҡыған.
Нисәмә йылдар үткәндән һуң отставкалағы генерал-полковник Башҡортостанға килеп ҡайта һәм музейҙа уның хаҡта мәғлүмәттәр һаҡлана. Кушнаренко ауыл хужалығы колледжы музейында бер ни тиклем тарихи мәғлүмәттәр табылды.Был китаптар коминтерн китапханаһында һаҡланып ҡалған ҡомартҡы. Был хаҡта ошо мисәт тә билдәләй – коминтерн китапханаһы. Бында кемдәр китаптарҙы алып уҡығанын күрергә мөмкин. Берман, Светлов, Чегеваров. Был әлбиттә –үҙ исемдәре түгел – псевдонимдар.Һәр исемдең коды була, улар тауҙар, йылғалар, эсемлектәр менән бәйле. Мәҫәлән, Эверест, Ром. Әлегә тиклем күп разведчиктарҙың ысын исемен билдәләй алмайҙар, ҡайһы берҙәре хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләнә.
Торатау Конгресс холында үткән түңәрәк өҫтәлдә Коминтерн тормошон өйрәнгән ғалимдар беҙҙең Башҡортостан белгестәре менән осрашыуҙа ҡайһы берҙәренең тормош юлдары хаҡында бәйән итте. Людмила Окунева Бразилиянан Өфөгә күсеп килгән Лаура Брандаун тормошо хаҡында бәйән итте. Ғүмере буйы ул азатлыҡ өсөн көрәшкән һәм ҡыҙҙарын да ошо идея менән тәрбиәләп үҫтергән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе Башҡортостан ғалимдары ла еткерә. Улар Испаниянан килгән һәм Кушнаренкола уҡыған разведчиктарҙы асыҡлаған. Өфө тарихсылары Глумилинолағы радиовышканың немецтар төшөргән аэрофотоһын күрһәтте.
Конференцияла ҡатнашыусылар Өфө почтамтына юлланды. Тап ошонда 1941 йылда 5-се ҡатта Коминтерн радиоһы урынлаштырылған һәм антифашист радиостанцияһы бөтә Европаға 18 телдә тапшырыу алып барған. “Мәскәү һөйләй” — Эфир башында тап ошо һүҙҙәр яңғырай, сөнки коминтерн радиоһының ҡайҙа урынлашҡанын бер кем дә белергә тейеш түгел. Билдәле булыуынса,тапшырыу программаларын һәр илдең генераль секретарҙаре әҙерләгән. Сит ил ғалимдары һәр береһе диктор ролен башҡарып ҡараны һәм үҙ телендә сығыш яһаны.
Ғалимдар почта музейын ҡарап сыҡты, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тарихи артефакттар тупланған, әммә тап коминтерн ойошмаһына бәйле мәғлүмәттәр аҙ. Был тағы ла ойошманың ни хәтле йәшерен икәнен дәлилләй. Билдәле мәғлүмәттәр – ул коминтерн ойошмаһының бәләкәй генә бер өлөшөн яҡтырта, әммә тарихты әле өйрәнәһе лә өйрәнәһе ҡала. Тап ошондай осрашыуҙар ғалимдарҙың фекерҙәрен бер ҡалыпҡа туплай. Совет һәм Бөйөк Британия разведкаларын һәм Кушнаренко разведчиктар мәктәбе тарихын өйрәнеүсе Сергей Брилевты музей, китапхана, архивтарында тарихи факттар һаҡланыуы ҡыуандырҙы һәм ул үҙенең теләктәрен башҡорт телендә еткерҙе
. Кушнаренко ауылында тарихҡа бай объект һаҡлана. Әлбиттә, киләсәктә ул төҙөкләндерелер. Ғалимдар ошо тарих менән бөтә ил халҡы ла таныша алырлыҡ йорт булһа ине, тип теләк белдерҙе.