Өфөлә йәшәүсе рәсми дилерҙан өр яңы автомобиль һатып алған. Иҫәпкә лә ҡуйған. Автомобилде һатҡанда двигателдең икенсе номерлы булыуы асыҡлана. Артур Сатаев был автомобилде ике йыл элек Өфөлә урынлашҡан рәсми автосалондарҙың береһенән һатып алған. Бер аҙ йөрөгәс, ул машинаһын яңыртырға була. Аптырашта ҡалған Руслан Сатаев автосалонға мөрәжәғәт итә. Тик унда бер ни менән дә ярҙам итә алмауҙарын, килеп тыуған мәсьәләне бары тик хужа үҙе генә хәл итергә тейешлеген белдерәләр.
Ҡануниәткә ярашлы, һатыусы әлеге хәлдең ни өсөн килеп сыҡҡанын нигеҙле рәүештә дәлилләргә тейеш. Автосалон автомобилдең юридик яҡтан таҙа булыуына гарантия бирергә лә бурыслы. Килеп тыуған хәлгә асыҡлыҡ индереүҙәрен һорап, Артур Сатаевҡа машина һатҡан автосалонға мөрәжәғәт иттек. Хәҙер инде Артур Сатаев автомобилен һата ла, бүләк итә лә алмай. Әлегә иһә уға яҙылған дәғүәһенә яуап көтөргә генә ҡала.