Ҡала эсендә - шәхси хужалыҡ

Тулыраҡ: Ҡала эсендә - шәхси хужалыҡ

Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә йәшәүсе Ғәлиә һәм Ришат Саҡаевтар мал һәм ҡош-ҡорт үрсетә. Был бик һирәк күренеш. Ниндәй төр мал ҡарай ғаилә, ниндәй ҡоштарҙы тота?

Сакаевтарҙың Романов тоҡомло һарыҡтарҙы үрсетеүенә ике йыл. Шулай ҙа ошо ҡыҫҡа ваҡыт арауығында улар һарыҡтарҙы тәрбиләләү серҙәренә төшөнөп, мал һанын йылдам арттырыуға ирешкән. Һарыҡтарҙың тәүлек рационы миҙгелгә лә бәйле. Ә һуғанды улар ҡасан да яратып ашай, ә һау һарыҡтар йыш бәрәсләй. Романов тоҡомло һарыҡтарҙың үҙенсәлеге лә ошонда – улар йылына ике тапҡыр һәм игеҙ бәрәсләй. Иң кәмендә ике, йышыраҡ - 3-4 бәрәс тыуа бер инәнән.

Тәүге бәрәстәр февраль башында тыуған. Бәрәсләү ваҡытын Ғәлиә шаяртып балалар баҡсаһы менән тиңләй. Тәкәләр көндөҙ урамда тора. Һарыҡтар ваҡланмаһын өсөн хужалар тоҡом тәкәһен йыл һайын яңырта. Уны алып ҡайтыу яҡынса 12-16 меңгә төшә.

Йорт ҡуяндары менән дә шул уҡ хәл – ата ҡуянды йыш алмаштырғанда тоҡом эре була, ти Ғәлиә. Хужабикәнең ҡош-ҡортҡа ла ҡулы ҡотло. Рәсәй селекционерҙары сығарған был тоҡом тауыҡтар йыл әйләнәһенә һәм көн дә йомортҡа һалыуы менән билдәле. Камера күреп борсола башлаған әтәс, таныш тауышты ишетеп, хужаһының ҡосағына ингәс кенә тыныслана. Йорт ҡоштары тик йылы кәртәлә генә йомортҡа һала. Ғәлиәнең тормош иптәше Ришат елләтеү һәм йылытыу системаһын үҙе ҡороп ҡуйған. Мейес Ришаттың оҫтаханаһында урынлашҡан. Йорт йыһаздары эшләгәндән һуң ҡалдыҡ таҡталар мейескә оҙатыла бара.

Мебель эшләү менән Ришат Сакаев күптән шөғөлләнә. Мал үрсетеү хыялын ул күңелендә йәш сағынан йөрөткән. Тағы ла бер кәртәлә Голланд тоҡомло ҡаҙҙар йомортҡа һала башлаған. Уларҙы шуға күрә самалап ҡына ашаталар. Һимергән инә ҡаҙ йомортҡаны насар һала, ти хужабикә. Йорт ихатаһында тормош ҡайнап тора. Яҙ етеүгә ҡош-ҡорт һаны тағы ла артасаҡ. Йүнсел ғаилә киләсәктә йылҡы үрсетергә ниәтләй һәм күркә йомортҡаларының килеп етеүен көтә.