Башҡортостан мәктәптәренә – спорт көрәше

Тулыраҡ: Башҡортостан мәктәптәренә – спорт көрәше

Бөгөн Өфөлә ғилми-ғәмәли конференцияла ошо тәҡдим буйынса фекер алышыу башланды. Унда республика етәксеһе Радий Хәбиров, Рәсәй спорт көрәше Федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили ҡатнашты.

Мәктәптәргә көрәште индереү, ҡайһы бер күнекмәләрҙе малайҙарға ғына түгел, хатта ҡыҙҙарға ла өйрәтеү баланың үҫешенә ярҙам итәсәк. Башҡортостан менән Рәсәйҙең спорт көрәше Федерацияһы араһында төҙөлгән килешеү тәү сиратта ата-әсәләрҙе һәм уҡытыусыларҙы ҡыҙыҡһындырырға тейеш, тип белдерҙе Радий Фәрит улы.