Башҡортостан көслө буран аҫтында ҡалды

Тулыраҡ: Башҡортостан көслө буран аҫтында ҡалды

Ул кисә башланып бөгөн дә дауам итте. Бер-нисә сәғәт эсендә юлдарҙы көрт баҫты. Ҡала эсендә генә түгел, оло юлдарҙа ла хәрәкәт итеү ҡатмарлашты. Шул сәбәпле бөгөн Өфөлә ун баллыҡ тығындар барлыҡҡа килде. Башҡаланың барлыҡ урамдарында ла тиерлек иртән автомобилдәр тығында тора ине. Авариялар хәлде тағы ла ҡатмарлаштырҙы. Көндөҙгө сәғәт икегә тиклем Аэропорт, Шаҡша, Жилино һәм Затон яғынан ауыр йөк машиналарына Өфөгә инеү сикләнде. М5 федераль трассаһында ла йөк машиналары һәм автобустар өсөн сикләүҙәр бар. Әлеге минуттарға буран бер аҙ тынды. Ял көндәрендә бер аҙ һыуытасаҡ, тип хәбәр итә синоптиктар.