Республика хөкүмәтендә үткән сәләмәтлек сәғәтендә Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәрен Сибай халҡын айырым иғтибар үҙәгендә тоторға саҡырҙы.Селектор кәңәшмәһендә республиканың ашығыс медицина ярҙамы һәм уны яйға һалыр өсөн айырым диспетчер хеҙмәтен ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдереүенсә, бөгөн ашығыс ярҙам автопаркының 67 проценты иҫкергән. Шуларҙың 140 берәмеге бөтөнләй файҙаланырлыҡ түгел. Ашығыс медицина ярҙамын хеҙмәтләндергән аутсорсинг ойошмалары ла талаптарҙы ҡәнәғәтләндермәй. 2018 йылда республика 225 яңы ашығыс ярҙам автомобиле алды. 2019 йылға йәнә 60 машинаға заявка бирелгән..
Сибайҙа табиптарға яҙылыу ҡатмарлашҡан
Тулыраҡ: Сибайҙа табиптарға яҙылыу ҡатмарлашҡан