Онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәш көсәйтелә

Тулыраҡ: Онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәш көсәйтелә

Башҡортостанда тәүге тапҡыр онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәшеү өсөн дарыуҙарға аҡса, 2018 йылға ҡарағанда, өс тапҡырға күберәк бүленде, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы. Был сумма 2 миллиард 500 миллион һумға етте. 2024 йылға тиклем Башҡортостанда яман шештән үлеү осраҡтары 100 мең кешегә 170 осраҡҡа тиклем кәмергә, иртә диагностикалау 8 процентҡа артырға тейеш. Әле Өфөлә онкология диспансерының яңы корпусы төҙөлә. Ул быйыл файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Туғыҙ ҡатлы бинала 20 мең квадрат метр майҙанда поликлиника, диагностика бүлеге, 240 карауатҡа иҫәпләнгән дауалау корпусы урын аласаҡ. Бынан тыш, киләһе алты йылда республикала яман шеште диагностикалауҙан тыш, уны дауалау менән шөғөлләнгән 8 онкология үҙәген асыу ҡарала.Республикала яман шештең йылына 13 мең яңы осрағы асыҡлана. 80 меңдән ашыу сирле онкология диспансеры күҙәтеүе аҫтында ҡала.