Башҡортостандың алтын тауышы

Тулыраҡ: Башҡортостандың алтын тауышы

Башҡортостандың алтын тауышы Әхәт Мотаһар улы Мортазинға ошо көндәрҙә алтмыш йәш тулған булыр ине. Былтыр ул беҙҙең арабыҙҙан китте. Уның иҫтәлегенә арнап Башҡортостан концерт залына туғандары, яҡындары һәм хеҙмәттәштәре йыйылды. Оло йөрәкле, мыҡты кәүҙәле, һәр бер кешегә ярҙамсыл һәм, әлбиттә, шаян. Тап ошондай сифаттар менән Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостандың тауышы Әхәт Мотаһар улы Мортазин һәр бер кешенең күңелендә һаҡлана. Әхәт Мотаһар улының алтын тауышы Башҡортостан Дәүләт концерт залында йәнә яңғыраны. Әхәт Мортазин хеҙмәт юлын 80-се йылдарҙа балалар тапшырыуҙары алып барыусыһы булып башлай, тиҙ арала киң танылыу яулап, диктор вазифаһына күтәрелә. Утыҙ йылдан ашыу уның мөһабәт тауышы бөтә республика халҡын хәйерле иртәләр теләп уятты. Уның иҫтәлегенә арнап үткәрелгән тамашаға хеҙмәттәштәре, дуҫ-иштәре һәм туғандары йыйылды. Әхәт Мортазин менән беренсе танышыуын күптәр бөгөнгөләй иҫләй.Әхәт Мортазиндың эшенә тоғро һәм етди ҡарауы һәр береһенә үрнәк. Уның һөйөүе халыҡҡа ла, ғаиләһенә лә етә ине, тип хәтерләй яҡындары. Әхәт Мотаһар улы үҙенең белемен башҡалар менән дә бүлеште. Журналист булырға хыялланған студенттар уға дәрескә йөрөй торғайны. Әхәт Мортазин легендар диктор ғына түгел, ә яҡын дуҫ, изге күңелле кеше булып ҡала. “Мине ҡабул итеп, тыңлаусылар бар икән-тимәк мин дә бар”, ти Әхәт Мортазин “Башҡортостан тауышы” тапшырыуында . Ысынлап та, уның тауышы әле лә яңғырай һәм мәңгелеккә халыҡ йөрәгендә.