Рәссамдар төрлө йүнәлештәге эштәрен тәҡдим итте һәм һынлы сәнғәт һөйөүселәрҙән ыңғай баһа алды. Өфөлә тыуып-үҫеп әлеге ваҡытта Төркиәлә йәшәүсе яҡташыбыҙ Гөлнара Һаҡмар керамик әйберҙәрен, ә Учалы егете, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты студенты Айгиз Нурғәлин картиналарын халыҡ хөкөмөнә сығарҙы. Эштәр төрлө, әммә уларҙы рәссамдарҙың төҫтәргә мөнәсәбәте берләштерә. Төркиәнең Ялова ҡалаһында йәшәүсе Гөлнара Һаҡмар 2015 йылда төрөк керамикаһы курстарына яҙыла һәм был һынлы сәнғәт төрөнә ғашиҡ була. Әҙер керамик тәрилкәләрҙе оҫта һатып ала һәм үҙе теләгән һүрәттәр менән биҙәй. Көнсығыш, ислам мотивтарын ярата. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан менән бәйле әйберҙәр эшләй. Өс йыл эсендә ул 200-ҙән ашыу керамик әйберҙе биҙәгән. Уларҙың күбеһе һатылған, йә иһә бүләк ителгән. Ә Өфөгә алып килеү өсөн ул һәр тәрилкәне, панноны айырым төргән һәм юғалтыуһыҙ тиерлек алып ҡайтып еткергән.Күрше залдағы эштәргә профессиональ рәссамдар баһа бирә. Унда Өфө сәнғәт институты һынлы сәнғәт кафедраһының 5-се курс студенты Айгиз Нурғәлиндың картиналары урын алған. Егет тәрән тулҡынланыу кисерә – был уның үҙе ойошторған тәүге күргәҙмәһе. Айгиз балалар художество мәктәбендә, Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика художество гимназия-интернатында оҫталығын шымарта, сит илдәргә йөрөп, образдар һандығын байыта. Ул Гөлнара Һаҡмар кеүек үк төҫтәргә айырым иғтибар бүлә. Бәләкәй сағынан һүрәт төшөрөргә яратҡан егеттең өлгө алыр кешеһе лә бар – атаһы рәссам. Әлеге тормошо һынлы сәнғәт менән икеләтә бәйле – рәссам ҡыҙға өйләнгән ул. Картиналары араһында кәләше төшөрөлгәне шуға күрәлер ҙә иң яратҡанылыр. Әллә нисә йылдар ҡулынан бумала төшөрмәһә лә әлегә рәссам һынлы сәнғәт юлының башында ғына. Шулай ҙа уның эштәренә билдәле һөнәрҙәштәре юғары баһа бирә. Төҫтәр, хистәр һәм образдар Айгиз Нурғәлиндың да, Гөлнара Һаҡмарҙың да оҫталыҡтары аша эштәренә күскән. Уларҙың ижады менән “Урал” галереяһында танышырға була.
Өфөнөң “Урал” халыҡ ижады галереяһында ике күргәҙмә асылды
Тулыраҡ: Өфөнөң “Урал” халыҡ ижады галереяһында ике күргәҙмә асылды