Башҡортостанда грипп менән ауырыусылар артҡан

Тулыраҡ: Башҡортостанда грипп менән ауырыусылар артҡан

Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар артҡан. Табиптарға мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе – балалар. Ошо сәбәпле 16 февралгә тиклем айырым мәктәптәрҙә карантин иғлан ителде.

Мәғариф министрлығы хәлде етди күҙәтеүгә алды. Әгәр ҙә класта уҡыусыларҙың 20 проценты сирләһә, шунда уҡ уҡыу туҡтатыла.Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы ҡыҙыу линия ойошторҙо.

18 февралгә тиклем 8-800-700-90-30 телефонынан гриппты иҫкәртеү белгес кәңәштәрен алырға мөмкин.