Бөгөн Өфөнөң Нуғай ауылында яңы медицина пункты файҙаланыуға тапшырылды

Тулыраҡ: Бөгөн Өфөнөң Нуғай ауылында яңы медицина пункты файҙаланыуға тапшырылды

Бишенсе балалар поликлиникаһының филиалы өс ауыл халҡын, атап әйткәндә, 1 мең 726 баланы хеҙмәтләндерәсәк. Иртә менән ата-әсәләр ҙур ҡыуаныс һәм теләк менән балаларын медицина тикшеренеүе үткәрергә алып килә. Улар өсөн Нуғай ауылында өр-яңы медицина пункты ишектәрен асты. Иркен коридорҙар, яҡты бүлмәләр, ә иң мөһиме заманса ҡорамалдар.

5 йәшлек улын ЭКГ үткәрергә алып килгән әсә, белгестәрҙең бер бинала урыншалыуы күпкә уңайлы, ти. Сиратта торған әсәләр ҙә бер-береһе менән шатлыҡтарын уртаҡлаша. Мең ярымға яҡын кеше йәшәгән Нуғай ауылы халҡы бындай медицина учреждениеһын күптән көтөп алған.

Педиатр, процедура, привика яһау кабинеттары, регистратура, гардероб – ундан ашыу бүлмә һәм барыһы ла заман талаптарына яуап биргән, тейешле медицина йыһаздары менән тәьмин ителгән. Пацианттарҙы ҡабул итеүҙән тыш, бында аҙнаһына ике тапҡыр профилактик прививкалар эшләнәсәк.

Кәрәк осраҡта, табипты өйгә лә саҡыртырға мөмкин. Яңы медицина пункты 17 йәшкә тиклемге 1700-ҙән ашыу баланы хеҙмәтләндерәсәк. Шул иҫәптән, Нуғай ғына түгел, ә күрше Зинино һәм Жилино ауылдарында йәшәүселәрҙе лә.

Хәҙер урындағы халыҡҡа медицина ярҙамы артынан 30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан ҡала поликлиникаға йөрөргә кәрәкмәй. Бында балалар табибы пациенттарҙы көн һайын ҡабул итәсәк.