Өфөлә эт хужалары саң ҡаға

Тулыраҡ: Өфөлә эт хужалары саң ҡаға

Быйылдан ҡалала эттәрҙе махсус билдәләнгән урындарҙа ғына саф һауала йөрөтөргә мөмкин. Йәмәғәт урындарында рөхсәт ителмәй. Тәртипте боҙған өсөн административ, хатта, енәйәт эше асыуҙары мөмкин. Йорт хайуандарын тотоусылар бының менән риза түгел.

Бумер ҡушаматлы эт күп ҡатлы йорт ихатаһында рәхәтләнеп уйнай. Хужаһы Елена Стаханова сараһыҙҙан ҡанунды боҙа һәм быны яҡшы аңлай. Сөнки, уның эте морондоҡһоҙ йөрөй.

Яңы ҡанунға ярашлы, эттәр махсус кәртәләнгән урындарҙа ғына йөрөргә тейеш. Талапта яҙылыуынса, күп ҡатлы йорт ихаталары бының өсөн яраҡлаштырылмаған. Йорт хайуандарын көнөнә бер-нисә тапҡыр саф һауала йөрөтөргә кәрәк. Шуға күрә, эттәр өсөн махсус урындар йорттан алыҫ булмаҫҡа тейеш, тип иҫәпләй эт хужалары.

Өфөлә эттәрҙе саф һауала йөрөтөү һәм шөғөлләнеү өсөн 3 урын бар. Уларҙың береһе Инорста, икенсеһе Химиктар мәҙәниәт йорто янында, өсөнсө бында Блюхер урамында урынлашҡан. Күреүегеҙсә, урын кәртәләп алынған һәм ике снаряд ҡуйылған.Әйткәндәй, барыһының да эттәрен ҡаланың бер осонан икенсе осона йөрөтөргә мөмкинлеге юҡ.

Йорт хайуандарының да кешегә ташланыу осраҡтары бихисап. 2017-се йылдың мартында Өфөлә урамда йөрөгән эт ике баланы тешләне. Уның хужаһы булыуы ла асыҡланды. Йәмғиәтте был ғына борсомай. Эт хужалары махсус урындар булдырыу тәҡдиме менән күптән сыҡҡан. Әммә, әлегә яңыларын төҙөү мәсьәләһе өйрәнелмәй.

Чиновниктарҙы нисек закон үтәлер һәм кем уны тикшерер тигән һорау аптырата. Бының өсөн ваҡыт талап ителә. Закон ҡабул ителгән, әммә, уның нисек үтәлере тураһында уйлап еткермәгәндәр, күрәһең. Махсус урындар булмағанға эт хужаларының бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ. Йорт хайуандарын ихатала йөрөткән өсөн енәйәт эше лә асыуҙары мөмкин икәнен онотмағыҙ.