Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ситтә йәшәгән башҡорттар менән бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур иғтибар бирәсәк. Был турала Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайында донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин белдерҙе.
Ырымбурҙа ҡом бураны уйнай, тип йырлаһалар ҙа әле ҡала халҡында кәйеф-сафа ҡороу ҡайғыһы түгел. Ырымбур ҡар аҫтында ҡалды. Таҙартылмаған урамдарҙан үтерлек түгел.
Ҡаҙаҡ далаларына алыҫ булмаған төбәктә йәшәгән 46 меңдән ашыу башҡорт та көн һайын шундай ауырлыҡ, битарафлыҡ менән осрашырға мәжбүр. Хәл ителмәгән мәсьәләләр баштан ашҡан. Уларҙың береһе Ырымбур өлкәһендә башҡорт теленең ни бары 12 мәктәптә генә уҡытылыуы.
Бөгөн Ырымбур башҡорттары үҙ йүнен үҙе күрергә мәжбүр. Мәҫәлән, өлкәлә башҡорт халҡына бәйле музей экспозицияһын миләттәштәребеҙ үҙҙәре туплай. Бының өсөн улар бороңғо башҡорт ауылдары урынлашҡан биләмәләрҙе тикшерә. Бөртөкләп йыйылған ҡомартҡыларҙы халыҡҡа күрһәтеү өсөн бүлмәләр эҙләй.
Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы бөгөн ярҙамға мохтаж. Рухи һәм мәҙәни ярҙамға ғына ҡайтып ҡалмай был булышлыҡ. Иң мөһиме, эшһеҙлектән йонсоған ауылдар хеҙмәт урындары тураһында хыяллана. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы хәҙер Ырымбур башҡорттары йәшәгән ауылдарҙа кооперациялар төҙөү ниәтен белдерә. Ошондай тәҡдим Ырымбур ҡоролтайы йомғаҡтары буйынса ҡабул ителеп, яҡын арала бойомға ашырыласаҡ.
Ырымбур башҡорттары тыуған бишеге – Башҡортостанға ышана. Йырлаған йырҙары, еткергән һүҙҙәре лә оло Башҡортостан тураһында уларҙың. Ырымбурҙар үҙ мәсьәләһен быйыл йәй, Өфөләге ҡоролтайҙа ла күтәреп сыҡмаҡсы. Донъяның төрлө ҡитғаларында йәшәгән милләттәштәребеҙ ҡорона Ырымбур егермегә яҡын вәкилен ебәрмәксе.