Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжы педагогтары “Башҡорт теле дәреслеге” проекты өҫтөндә эшләй. Уҡытыу ҡулланмалары өҫтәмә ысынбарлыҡ технологияһын ҡулланылып башҡарыла. 2-се класс уҡыусылары өсөн тәғәйен уҡыу әсбәптары 5 бәләкәй генә китаптан торасаҡ. Уҡыусылар үҙҙәренең телефондары менән китаптағы һүрәттәрҙе 3D форматында ҡарай ала. “Хайуандарҙы өйрәнеү” тип аталған 1-се китап башҡорт телендә төрлө хайуандарҙың атамаларын дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәтә, шулай уҡ темаға ярашлы, әкиәттәр һәм йырҙар тәҡдим ителә. Проект өҫтөндә колледж уҡытыусылары һәм студенттары эшләй.
Башҡорт теле дәреслеге-3D форматта
Тулыраҡ: Башҡорт теле дәреслеге-3D форматта