Стәрлетамаҡта бағанаға бәрелгән автобус пассажирҙарына аҡса түләнәсәк

Тулыраҡ: Стәрлетамаҡта бағанаға бәрелгән автобус пассажирҙарына аҡса түләнәсәк

Күрелгән зыянды ҡаплау өсөн һәр пассажир ғариза яҙа ала. Түләүҙәр күләме билдәле түгел. Әммә Яуаплылыҡты страховкалау союзынан хәбәр итеүҙәренсә, ул йәрәхәт төрөнә бәйле. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 февралдә пассажир автобусы бағанаға бәрелгәйне.19 кеше, шул иҫәптән 3 бала йәрәхәттәр алғайны. 15 пассажир дауаханаға һалынды. Автобус водителенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды.