Өфөлә балалар һәм өлкәндәр өсөн хоспис төҙөү мәсьәләһе хәл ителә. Әммә уны төҙөү өсөн бер гектар ер һәм яҡынса 150 миллион һум аҡса кәрәк. Дүрт йәшлек Богдан махсус ҡоролмаһыҙ йәшәй алмай. Сабыйҙың үҙәк нервы системаһы ҡаҡшап тыуыу сәбәпле, ул инвалид. Уның әсәһе Лилиә Йомағолова улын өйөндә ҡарарға мәжбүр. Богдан шуҡ малай, һөйләшергә тырыша, бер аҙ илап та ала, ти әсәһе. Умыртҡа һөйәге тотмау сәбәпле, ул махсус ултырғысҡа ултырып ашай, кәрәкле медицина ярҙамын ала һәм, хатта йоҡлай. Бындай ҡоролмалар ҡырҡ мең һумдан ашыу тора. Сабыйҙың һаулығы һәр ваҡыт тикшерелергә тейеш, әммә уны өйҙән махсус ҡоролмаһыҙ сығарырға ярамай. Шуға ла дауаханаға йөрөү ҙур ауырлыҡтар тыуҙыра. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикала 700-ҙән ашыу сабый палиатив ярҙамға мохтаж. Башҡа илдәрҙә бындай ярҙамға мохтаж булыусылар өсөн хоспис, йәғни “тыныслыҡ йорто” булдырылған. Ауыр сиргә тарыусыларҙы хосписта тән ауыртыуынан алда йән һыҙлауын дауалайҙар. Тик Өфөлә яман шеш менән ауырыусылар өсөн республика клиник онкология диспансеры ғына эшләй. Ауыр сиргә дусар булыусылар бигерәк тә яҡындарының иғтибарына мохтаж. Быға тиклем был бүлектә бөтәһе ҡырҡ ятыу урыны булған, ә хәҙер иһә пациенттар өсөн ни бары егерме урын ҡалған. Һәр бер бүлмәлә өсөшәр, йәғни унышар кеше ята. Улар өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Республика клиник онкология диспансерында төрлө диндәгеләр өсөн айырым бүлмә ҡаралған. Өҫтәүенә, дин әһелдәре лә килеп, пациенттар менән аралаша, уларҙың күңелен тынысландыра. Клиник онкология диспансерында пациенттар өсөн урындар аҙ. Баш ҡалала хоспистың төҙөлөүен күптәр, бигерәк тә ауырыуға дусар булған сабыйҙарҙың ата-әсәләре түҙемһеҙләнеп көтә. Был мәсьәлә менән “Изгелек” хәйриә фнды етәксеһе Рәүфә Рәхимова шөғөлләнеп ҡараған, әммә әлегә ыңғай һөҙөмтә юҡ, ти ул. Хәҙер Өфөлә хоспистың төҙөлә башлауын ышанып көтөргә генә ҡала.
Хоспис, йәғни тыныслыҡ йорто
Тулыраҡ: Хоспис, йәғни тыныслыҡ йорто