Беҙҙең киләсәгебеҙ

Тулыраҡ: Беҙҙең киләсәгебеҙ

Республиканың ҡан биреү станцияһы “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең төбәк бүлексәһе һәм “Беҙҙең киләсәгебеҙ” хәйриә фонды менән берлектә “Мәрхәмәтле донор” тигән конкурс ойоштора. Бер йыл дауам итәсәк сара сигендә республика халҡы ҡан тапшыра аласаҡ. Конкурста республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хәбирова, республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова, республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Максим Забелин һәм башҡалар ҡатнашты. Каринэ Хәбирова билдәләүенсә, Башҡортостан өсөн был акцияның әһәмиәте ҙур. Ойоштороусылар билдәләүенсә, йыл дауамында кәмендә 15 донация йыйыусыларға бүләккә велосипед тапшырыласаҡ.