Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй Оборона министрлығы Тымыҡ океан флоты артиллеристарының күнекмәһен үткәрҙе. Хәрбиҙәр “Град” реактив системаһын һынап ҡараған. 6 саҡырымдан 12 саҡырымға тиклем урынлашҡан шартлы дошман юҡ ителгән.

Истамбулда харабалар аҫтынан 5 йәшлек ҡыҙ ҡотҡарылған. 6-сы февралдә булған фажиғәлә 6 кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Емереклектәрҙе таҙартыу дауам итә, улар аҫтында тиҫтәләгән кеше булыуы ихтимал, тип хәбәр ителә.

Федераль именлек хеҙмәте ялған аҡса эшләүсе 30 кешене ҡулға алды. Улар Рәсәйҙең 20 төбәгендә енәйәтсел эшмәкәрлеген йәйелдәргән булған. Махсус операция Мәскәү өлкәһе һәм Дағыстанда үткән. Ялған аҡса эшләүселәрҙән баҫыу өсөн ҡоролма тартып алынған.