Башҡортостан мәктәптәрендә уҡытыусылар етмәй

Тулыраҡ: Башҡортостан мәктәптәрендә уҡытыусылар етмәй

Ә йәш белгестәр мәғәриф өлкәһендә эшләргә ашыҡмай. Һөҙөмтәлә бер-нисә фәнде бер үк кеше уҡытырға мәжбүр. Гөлшат Солтангәрәева өс фәндән белем бирергә мәжбүр. Шабай ауылы урта мәктәбендә уҡытыусылар етмәү сәбәпле, ул тарих, һынлы сәнғәт һәм география фәндәрен уҡыта. Өҫтәүенә, был эште уҡытыу бүлеге мөдире вазифаһы менән берләштерә. Уҡытыусылар әйтеүенсә, ауылда балалар йорто булыу сәбәпле генә мәктәп эшләй. Үткән быуаттың 70-се йылдар башында төҙөлгән бинаға әле ремонт талап ителә. Хатта ошондай шарттарҙа ла, уҡыусылар йыш ҡына район олимпиадаларында уңышлы сығыш яһай. Хәҙер спорт, сәнғәт һәм башҡа өлкөлә ныҡлап шөғөлләнер өсөн балаларҙың 32 шәмбеһе буласаҡ. Шуларҙың һигеҙен, йәғни айына бер тапҡыр республика етәксеһе спорт, туған яҡты өйрәнеү, райондың күренекле шәхестәре менән осрашыуға арнарға саҡырҙы. 5 көнлөк уҡыу аҙнаһына күсергә Радий Хәбиров Өфөлә үткән мәғәриф форумында тәҡдим иткәйне. Ҡыҙғанысҡа, ауыл ерендә мәктәптәрҙә уҡыусылар һаны йылдан-йыл кәмей. Ә уҡытыусыларҙың уртаса йәше арта. Йәш белгестәрҙең һаны бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Уҡытыусылар әйтеүенсә, юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар ауыл еренә эшкә ҡайтырға ашыҡмай. Бөгөн был төп проблемаларҙың береһе. Республикала әле кәмендә 300-ҙән ашыу уҡытыусы етмәй. Айырыуса, яңы асылған мәктәптәрҙә. Күптәр ҡалала эшкә ҡалырға тырыша. Шуға ла ауыл мәктәптәренә ярҙам итеү һәм уҡытыусы һөнәре абруйын күтәреү өсөн Радий Хәбиров йәш белгестәргә ярҙам итергә тәҡдим итте. Ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусылар шулай уҡ грант алыуға ла дәғүә итә ала. 600 мең һумды улар йорт төҙөүгә йүнәлтә аласаҡ. Ә ер иһә бушлай бүленә.