Башҡортостандың баш ҡалаһы яҙғы ташҡынға әҙерләнә

Тулыраҡ: Башҡортостандың баш ҡалаһы яҙғы ташҡынға әҙерләнә

Өфө хакимиәтендә ҡаланың барлыҡ райондарында халыҡтың йәшәйешен тәьмин итеү һәм яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреү буйынса саралар планы төҙөлә башланы. 11 мартҡа тиклем ташҡынға ҡаршы комиссиялар ойоштороласаҡ. Ҙур һыуға әҙерләнеү өсөн яуаплылар билдәләнгән. Башҡортостанда ташҡындың иң юғары мәле апрель урталарына тура килә.