Өфөлә Индустриаль урамындағы автомобиль һатыу үҙәгендә сыҡҡан янғынды төнө буйы һүндерергә тура килде. Бөгөн харабаларҙы таҙартыу башланды. Янғында һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. 3 ҡатлыҡ үҙәк кисә киске бишенсе яртылар тирәһендә яна башланы. ДЭУ маркалы Матиз һәм Нексия машиналарын һатыусы үҙәктән хеҙмәткәрҙәр сығып өлгөрә. Хатта автомобилдәрҙең бер өлөшөн дә хәүефһеҙ урынға күсерәләр. Ут менән көрәшкә Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 20 берәмек техникаһы, 72 кеше йәлеп ителде. Шаһиттар һөйләүенсә, Индустриаль урамында сыҡҡан янғын үҙәктең өҫкө ҡатын күҙ асып йомған арала ялмап ала. Янғын запас частар урынлашҡан ерҙә сыҡҡан. Янғын башланғас та, 35 кеше үҙаллы бинанан сығып өлгөргән. Күп водительдәрҙең машиналарын үҙәк янынан алып өлгөрмәүе сәбәпле, янғын һүндереү техникаһы бина янына үтә алмай. Республикала һуңғы арала янғындарҙа кешеләрҙең һәләк булыуы борсолоу тыуҙыра. Яңыраҡ ҡына, мәҫәлән, Белоретта янғында ике кеше, Туймазы районында биш сабый, Өфөлә Октябрь проспектындағы фатирҙа сыҡҡан янғында ир кеше, Благовещен районының Николаевка ауылында ағас өй янып, ике кешенең ғүмере өҙөлә. Күпселек осраҡта, янғын электр сымдарының төҙөк булмауы арҡаһында сыға. Хәҙер көндәр һыуыҡ тороу сәбәпле күптәр йылытыу ҡорамалдары менән ҡуллана һәм шул сәбәпле ут сығыу осрағы йышая. Шуға ла, ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы һәр кемде уяу булырға саҡыра.
Янғын һүндерелде
Тулыраҡ: Янғын һүндерелде