Өфө табиптары бәхетһеҙлеккә тарыған ҡатындың өҙөлгән ҡулын ҡотҡарған

Тулыраҡ: Өфө табиптары бәхетһеҙлеккә тарыған ҡатындың өҙөлгән ҡулын ҡотҡарған

Мөғжизә башҡаланың 21 клиник дауаханаһында була. Хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ваҡиға мәғлүмәттәрен асыҡланы. 1984 йылда микрохирургия атамаһы менән асылған был бүлек хәҙер ҡан тамырҙары хирургияһы исеме менән билдәле. Бында табиптар йылына егерменән ашыу ҡатмарлы операция яһай. Араларында иң ҡатмарлыһы – бармаҡтар реплантацияһы. Ҡул, бармаҡтар өҙөлөүгә килтергән бәхетһеҙ осраҡтар эш урынында ла, көнкүрештә лә һирәк түгел. Югина Рытько һул ҡул суғын өҙҙөрә. Ул Белоретта тимер сым уратыусы булып эшләй. Предприятиела ике тиҫтә йылдан ашыу. Ҡазаланғанын аңлағас та юғалып ҡалмай. Тәүҙә ҡоролманы һүндерҙем, шунан ғына санитар бүлеккә йүгерҙем, ти. Операция алты сәғәт бара. Табиптар микрохирургия ҡоралдары ярҙамында оптик ҙурайтҡыс ҡулланып ҡан тамырҙарын, нерв епсәләрен тоташтырып тегә. Бөгөн Югинаның ҡул суғы уңалған. Тик уға йәнә бер нисә операция кәрәк буласаҡ, — бармаҡтар хәрәкәтен ҡайтарыр өсөн ҡул тарамыштарын берләштереү талап ителә. Ҡул бармаҡтарын эшләтер өсөн алда оҙайлы реабилитация көтә. Югинаны был ҡатмарлыҡ артыҡ борсомай, Өфө табиптарының һөнәри оҫталығында шик юҡ. 21-се клиник дауахананың ҡан тамырҙары хирургтары иһә был операцияны ғәҙәттән тыш, тип һанамай. Хәйер, өҙөлгән ағзаларҙы тегеүҙең иң ҡатмарлыһы бармаҡтар ҡотҡарыуға бәйле икәнен таный. 21-се клиник дауахананың ҡан тамырҙары хирургияһы Башҡортостанда реплантация өлкәһендә 40 йылдан ашыу эшләгән алдынғы бүлек. Бында өҙөлгән ағзаларҙы ҡотҡарыуҙан тыш “микро” ҡушымтаһы ҡулланылған башҡа бихисап төрлө операциялар уңышлы яһала.