Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Нижневартовск ҡалаһында биш ҡатлыҡ йорт янған. Янғын күптәр эштә булғанда башланған, шуға ла һәләк булыусылар юҡ. 100 квадрат метрҙа ут ҡыйыҡты тулыһынса ялмап алған. Йорттан 40-лап кеше эвакуацияланған.

Лос-Анжелеста бер водитель полиция хеҙмәткәрҙәренең уяулығын тикшереп ҡараған. Үҙ автомобилендә ул быяла ишектәрҙе ватып хоҡуҡ һаҡсыларының эш урыныны тиклем килеп инә. Руль артында ҡатын, артҡы ултырғыстарҙа бала ултырғанын күргәс кегә полиция хеҙмәткәрҙәре бер аҙ тыныслана төшә. Водителдең иҫерек булмағаны билдәле.

Ғыйраҡтың Мосул ҡалаһына күпләп кеше үҙ йорттарына ҡайта башлаған. Бынан ике йыл “Ислам дәүләте” террорсыларынан азат ителгән ҡала әле тереләр өсөн зыяратты хәтерләтә. Америка етәкселегендәге ҡан ҡойғос операциянан һуң ҡала емереклектәр аҫтында ята.

Италияның Сардиния утрауында фермерҙар һөттө һатып алыу хаҡтарының бик түбән булыуына ризаһыҙлыҡ белдереп ҡаршылыҡ акцияһына сыҡҡан. Улар меңләгән литр һөттө юлдарға түккән. Ҡайһы берҙәр күпер өҫтөнә тороп аҫтан үтеп барған машиналарға һөт түгеүҙән дә тартынмаған. Италия премьер-министры Джузеппе Конте фермерҙар талабына мотлаҡ ҡолаҡ һаласаҡбыҙ, тип белдергән.