Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы

Тулыраҡ: Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы “Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы” тип аталған әҙәби-педагогик бәйге иғлан иткәйне. Бөгөн тантаналы рәүештә уның еңеүселәрен тәбрикләнеләр. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында әҙиптең ҡыҙы Әлфиә Кәримова ла булды. Бәйгелә уҡыусылар, мәктәп һәм урта белем биреү йорттары уҡытыусылары, тәрбиәселәр, мәғариф ветерандары ҡатнашҡан. Журнал редакцияһына йыл дауамында 150-нән ашыу эш килгән. Шуларҙың 15-ен баһалама ағзалары дипломдар менән билдәләне. Эштәр төрлө телдәрҙә башҡарылған, бәйгенең географияһы ла киң.