Сочила бөгөн Рәсәй инвестиция форумы башлана. Унда Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация ҡатнаша. Инвестфорум ике көн дауам итә. Власть вәкилдәре, эшҡыуарҙар төрлө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу юлдарын өйрәнә. Әйткәндәй, быйыл Сочила интерактив форматта көнүҙәк һорауҙар буйынса фекер алышыу өсөн махсус майҙансыҡ та эшләйәсәк. Форумда ҡатнашырға дүрт йөҙ меңдән ашыу кеше теләк белдергән. Бында йыл һайын йөҙҙәрсә килешеү төҙөлә. Бөгөн Радий Хәбиров һәм Россельхозбанк идараһы рәйесе Борис Листов ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был документ Республика хөкүмәте менән банк араһында хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота. Тәү сиратта халыҡты уңайлы кредиттар, ипотека менән тәъмин итеү, социаль-иҡтисади йүнәлештәге дәүләт проекттарын бойомға ашырыуҙа хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙаллай.
Рәсәй инвестиция форумы
Тулыраҡ: Рәсәй инвестиция форумы