Алдаҡсыға ниндәй яза?

Тулыраҡ: Алдаҡсыға ниндәй яза?

Өфөнөң Киров районы суды Эдуард Ишбаев эше буйынса тәүге ултырыш үткәрҙе. Халыҡҡа фатир менән һәм уҡырға инергә ярҙам итәм, тип миллионлап аҡса урлаған енәйәтсе судья һәм алданыусылар алдында яуап тота. Судтың ултырыштар залы өсөн ғәҙәти түгел күренеш – көлөү тауыштары яңғырай. Тиҫтәләгән кеше бында алдаусыһының, ниһайәт, хөкөмдар алдына баҫыуына һәм тиҙҙән язаһын аласағын көҫәп ҡыуана. Эдуард Ишбаев замандаштарын ҡанлы һәм йәшле юлдарҙан йөрөтөүсе. Үҙен шағир, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, рухлы башҡорт егете итеп танытҡан кеше ҡулында хәҙер бығауҙар. Алданыусылар төрлө ауыл-ҡалаларҙан, төрлө йәштә һәм төрлө һөнәр эйәләре. Уларҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыу теләге беләштерә. Ә ышаныуҙары юҡтан түгел – Эдуард Ишбаев бит үҙен рухлы, ярҙамсыл, дәрәжәле йәмәғәт эшмәкәре итеп таныта. Стәрлетамаҡтан Әминә Исмәғилеваға 71 йәш. Ул балаларын яҡшы шарттарҙа йәшәтеү, үҙе лә баш ҡалаға күсеп килеү хыялы менән эш итә. Эдуард Ишбаев, иһә, кешеләрҙе алдарға теләмәүен, аҡсаларын тулыһынса кире ҡайтарырасағын һәм был хәлдә икенсе кешенең ғәйепле булыуын белдерҙе. Анастасия Соколова хәҙер яҡындарының күҙенә лә күтәрелеп ҡарай алмай. Муйынынан бурыста булып, урамда ҡалған яңғыҙ әсәне элекке ҡәйнәһе үҙенә йәшәргә индергән. Эдуард Ишбаевтан зыян күреүселәр хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеүселәр һаны менән генә сикләнмәй. Улар араһында ижади кешеләр күп. Эдуард Ишбаевтың ғәйебе танылһа, уға 10 йыл төрмә янай. Әлегә суд эше дауам итә.