Өфөлә йәшәүселәр ике яҡты тоташтырған күперҙең ҡарҙан таҙартылмауы өсөн борсола. Был күпер 2007- се йылда төҙөлгән. Күперҙән йәш әсәләр һәм оло кешеләр йыл һайын көрт йырып үтергә мәжбүр. Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, күперҙе ҡарҙан таҙартыу һәм нығытыу өсөн улар ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итә, әммә әлегә ыңғай яуап юҡ.
Хужаһыҙ күпер
Тулыраҡ: Хужаһыҙ күпер