Өфө районының Максимовка ауылында яңы поликлиника асылды. Модулле амбулатория нигеҙендә төҙөлгән яңы бина бөтә заман талаптарына ла яуап бирә. 7 меңдән ашыу кеше йәшәгән ауыл өсөн был ҙур бүләк. Максим Прытков 30 йылдан ашыу Масимовка ауылында йәшәй. Хәҙер инде беренсегә ҡалаға бармай ғына, тыуған ауылында табиптарға күренә ала. Быға тиклем урындағы халыҡ медицина тикшеренеүе үтер өсөн Инорс биҫтәһенә йөрөргә мәжбүр булһа, хәҙер инде бөтә кәрәкле табиптар бер бинала урынлашҡан. Ике ай самаһы эсендә төҙөлгән поликлиникала бөтә уңайлы шарттар ҡаралған. Күреүебеҙсә бында унға яҡын төрлө белгестәр эшләй. Шулай уҡ, бер үк бинала балалар поликлиникаһы ла урынлашҡан. Сабыйҙарҙы ике белгес ҡабул итәсәк. Шунда уҡ привикалар һәм башҡа кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Максим Забелин әйтеүенсә, бындай поликлиникалар республиканың башҡа ауылдарында ла төҙөләсәк. Республиканың тиҫтәләгән ауыл-ҡасабалары әле ошондай медицина пунктарына мохтаж. Шуға быйыл төбәктә тағы ла бер-нисә ошондай модулле амбулатория һәм фельдшер акушерлыҡ пунктарын сафҡа индерергә вәғәҙәләй власть вәкилдәре.
Яңы поликлиника
Тулыраҡ: Яңы поликлиника