Ҡырмыҫҡалы районы Ҡамышлы ауылы советы биләмәһендә йәшәүселәр мәсет һәм сиркәү төҙөгән. Әле Ҡамышлы ауылында сиркәү төҙөү башланған. Үрге Төкөндә аҙан тауышы бөтә ауылға яңғырай. 2015 йылда төҙөлгән мәсеткә килеүселәр һаны көндән көн арта. Каникулдарҙа уҡыусыларҙың, шулай уҡ ауыл йәштәренең иман йортона килеп намаҙ уҡыуы ҡыуаныслы күренеш, ти имам-хатиб. Яңы мәсет ауылдың элекке иман йорто биләмәһендә төҙөлгән. Ауыл халҡы төҙөлөш эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Мәсет тулыһынса хәйер-саҙаҡаға йәшәй. Электр менән йылытыу ҡиммәткә төшә һәм ҡышын мәсеттә халыҡ йомала ғына йыйыла. Үткән йыл Үрге Төкөн ауылында газ үткәрелә. Киләсәктә мәсетте лә газ ярҙамында йылытыу мөмкинселеге ҡарала. Ҡамышлы ауыл советына 7 ауыл инә. Халыҡ “берҙәмлектә – көс”, тип йәшәй. Бар эштәр ҙә ауыл советы менән кәңәшләшеп башҡарыла. Халыҡтың иман йорттарын үҙ теләктәре менән төҙөү ауылдарҙа тәртип булдырыуға оло ышаныс тыуҙыра. 19-сы быуаттар башында Александровка ауылында ҙур сиркәү урынлашҡан. Советтар заманында мәктәп булған, һуғынан уны бөтөнләй боҙоп ташлағандар. 200 йылдан һуң ошо уҡ урында ауыл халҡы яңы сиркәү төҙөп ултырта. Ауылда сиркәү төҙөргә ошо ауылда тыуып үҫеп, сит тарафтарға сығып киткән йәштәр тәҡдим итә. Төҙөлөшкә 500 мең һумға яҡын аҡса бүленә. Ниндәй милләт булыуың мөһим түгел, тәү сиратта, халыҡтың бер-береһенә ярҙам итеп, киләсәк тормошҡа ынтылып йәшәүе, тип иҫәпләй Александровка ауылы халҡы. Ҡамышлы ауылында ла халыҡ сиркәү төҙөргә ҡарар иткән. Әле Ҡамышлы халҡы боронғо сиркәүҙән һаҡлап алып ҡалған тәре һүрәттәрен доға ҡылыу йортона килтерә. Ҡамышлы ауылында сиркәү төҙөлөшө быйыл башланырға тейеш. Иман йорто һәр кемгә тыныслыҡ килтерәсәк, халыҡты берләштереп бер урынға туплау урыны буласаҡ.
Берҙәмлектә-көс
Тулыраҡ: Берҙәмлектә-көс