40 миллиард һумлыҡ килешеү

Тулыраҡ: 40 миллиард һумлыҡ килешеү

Сочиҙағы инвестиция форумында Башҡортостан 40 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөнө. Ҡара диңгеҙ ярындағы эшлекле осрашыуҙар барышында республика төрлө компаниялар менән ошондай суммаға килешеү төҙөнө. Инвестиция майҙансыҡтарының интерактив таҡталары. Тап ошо замана ысулы ярҙамында йүнселлек менән шөғөләнеү өсөн ер бүлеме, йә иһә проектты тормошҡа ашырыу өсөн бина һайлап алырға мөмкин. Башҡортостан мөмкинлектәренә арналған стендтағы был ҡулайлама тап Сочиҙа һынау үтте. Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев Республиканың мөмкинлеге тураһында һөйләгән экспозицияны юғары баһаланы.Башҡортостандан Сочиға юлланған эшлекле даирәләр төркөмөнә Радий Хәбиров етәкселек итә. Пленар ултырышта ҡатнашыуҙан тыш, эшлекле осрашыуҙар, фекер алышыуҙарҙа аралашыу, Рәсәй һәм сит ил компаниялары менән килешеүҙәр төҙөү. Мәҫәлән, Башҡортостанда киләһе йылдарҙа ғына малсылыҡ өсөн 6 комплекс төҙөләсәк. Сибур холдингы, Россельхозбанк, Внешэкономбанк һәм Фармастандарт компаниялары. Улар тап беҙҙең республика менән бәйләнештәрҙе нығытыу яғында.Сочи форумы иң мөһим инвестиция проекттары ҡабул ителеүсе майҙан. Мәҫәлән, Ҡара диңгеҙ ярындағы ҡалала Башҡортостанда төбәк эксперт стандартын индереү проекты бойомға ашырылыуы тураһында белдерелде. Тимәк, республика нефть тауарҙарынан тыш, машиналарҙы ла сит илгә һата аласаҡ. Сочиҙа Башҡортостан яңы бәйләнештәр булдырыу, Башҡортостандың инвесторҙар өсөн асыҡ икәнен күрһәтте. Республика етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөгөн инвестициялар йәлеп итеү өлкәһендә конкуренция көслө. Шулай ҙа, тәүге һөҙөмтәләрҙе барлап була. Башҡортостан Ҡара диңгеҙ ярынан 40 милилард һум алып ҡайтасаҡ. Был үҙ сиратында яңы эш урындары тигән һүҙ.