Магнитогорскийҙа емерелгән йорт харабалары аҫтында ҡалған Ваня Фокин Мәскәүҙә дауахананан сығарылды. Бер айҙан ашыу сабый балалар хирургияһы һәм травмотология фәнни-тикшеренеү үҙәгендә дауаланды. Магнитогорскийҙың балалар дауаханаһы малайға шәхси реабилитация планы төҙөгән.
Камчаткала көслө ҡар яуған. Урамдарҙа машиналар һәм йорттарҙың беренсе ҡаттары ҡар аҫтында ҡалған. Урындағы халыҡҡа ҡар йырып тигәндәй йөрөргә тура килә.
Грецияла грипптан 56 кеше һәләк булған. Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм күҙәтеү буйынса милли үҙәк мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уларҙың барыһы ла сусҡа киҙеүе йоҡторған булған. Әле 219 кеше дауаханаларҙа ята. Уларҙың хәле насар тип баһалана. А төрөндәге грипп Европала киң таралған. Францияла ауырыуҙар өсөн урындар етмәй. Илдә гриптан 1 мең 800 кеше һәләк булған.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Сочилағы “Юг спорт” үҙәгендә татамиға сығып оҫталығын күрһәткән. Ил етәксеһе бокс, дзюдо һәм ирекле көрәш буйынса йыйылма команда вәкилдәре менән осрашҡан.