Сибай халҡы ситтән килгән политтехнологтарға ҡаршы махсус мөрәжәғәт менән сыҡты

Тулыраҡ: Сибай халҡы ситтән килгән политтехнологтарға ҡаршы махсус мөрәжәғәт менән сыҡты

Сибай халҡы әле бында әле тегендә ниндәйҙер белдереүҙәр яһап, ҡотҡо таратыусыларға ҡаршы махсус мөрәжәғәт менән сыҡты. Улар әйтеүенсә, ситтән килгән политтехнологтар килеп тыуған хәлде файҙаланып сәйәси капитал тупларға тырыша. Ауыр ваҡытта берҙәмлек талап ителә, ә бындай кешеләр халыҡты тарҡата, тигән фекерҙә Сибайҙа йәшәүселәр.Әйткәндәй, Сибайҙағы экологик хәл федераль кимәлдә контролгә алынды. Илдең Тәбиғәт ресурсттары һәм экология министры Дмитрий Кобылкин эшсе төркөм булдырырға ҡушты. Сибай карьерынан бысраҡ матдәләр бүленеп сыға. Был хәлде республика етәкселеге даими күҙәтеп бара һәм тейешле саралар күрелә.