Суд приставтары опекунға алынған балаларҙың банктағы иҫәптәрен япҡан

Тулыраҡ: Суд приставтары опекунға алынған балаларҙың банктағы иҫәптәрен япҡан

Шул сәбәпле, тәрбигә алған ғаилә бурысҡа бата, был хәлде ғаилә башлығы законһыҙ, тип дәлилләй. Әммә суд приставтары икенсерәк фекерҙә. Яңы йыл алдынан Александр Буниндың 30 меңгә яҡын аҡсаһына суд приставтары арест һала. Зыян күреүсе белдереүенсә, картаға балаларҙы опекунлыҡҡа алған өсөн аҡса күсерелгән, уға приставтарҙың бер ҡыҫылышы ла булмаҫҡа тейеш. Бар бәлә һалым органдарына бәйле. Александр Бунин әйтеүенсә, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән өсөн электән ҡалған бурыс йыйылып китә. Һалым инспекторҙары ярты йыл уны түләтә алмағас, суд приставтарына мөрәжәғәт итә. Бындай эш бөтөнләй ҡанундарға ярашһыҙ ,тип белдерә ир. Белгестәр әйтеүенсә, күптәр закон талаптарын үтәмәй, суд приставтарының да тейешде мәғлүмәтте алыу мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә кемделер ҡанун боҙоуҙа ғәйепләр алдынан, бурыстары булған кешеләр ҙә ҡанун талаптарын теүәл үтәргә тейеш, приставтар. Сюжетты эфирға әҙерләгән арала Алесандр Буниндың аҡсаларын банк иҫәбенә кире ҡайтарылған. Ошондай хәлгә тарыған осраҡта, белгестәр суд приставтарының үҙҙәренә мөрәжәғәт итергә кәңәш итә.