Уның яҡындары һәм туғандары бөгөн социаль селтәр аша халыҡҡа мөрәжәғәт итте. Алина Усманова бик ауыр хәлдә дауаханала ята. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 19-сы июль төнгө сәғәт өстәр тирәһендә Өфө районының Николаевка ауылынан Курасково ауылына китеп барыусы ЗАЗ Шанс машинаһы Авдон-Подымалово киҫелешендә төп юлдан килеүсе Мерседес автобусына юл бирмәй. Ул еңел машинаны иҙеп тигәндәй үтә. Юл-транспорт фажиғәһендә өс кеше һәләк булды.
Өфө янындағы ҡот осҡос аварияла тере ҡалған ҡыҙға ҡан талап ителә
Тулыраҡ: Өфө янындағы ҡот осҡос аварияла тере ҡалған ҡыҙға ҡан талап ителә